Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Беҙҙә сәйәси мәҙәниәт юғары кимәлдә

Һайлауҙа тауыш биреү кимәленең юғарылығы — Башҡортостанда сәйәси традицияларҙың тотороҡлолоғо дәлиле, тип иҫәпләй сәйәсәт фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Кирилл Фадеев. Ул “Башинформ” агентлығына Рәсәй Президентын һайлауға бәйле фекерҙәрен еткерҙе. – Башҡортостан электоратының һайлау участкаларына килеү күрһәткесе – республикабыҙҙа сәйәси традицияларҙың тотороҡлолоғо факты. Башҡортостан халҡы юғары дәрәжәләге сәйәси мәҙәниәте менән айырылып тора. Беҙҙең төбәк халҡының сәйәси әүҙемлеге халыҡ-ара күҙәтеүселәр тарафынан баһаланды. Улар шулай уҡ сараны ойоштороуҙың юғары кимәлен, һайлауҙарҙың асыҡлығын билдәләне. Өҫтәүенә быйыл Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа Башҡортостан биләмәһендә эшмәкәрлек алып барған халыҡ-ара күҙәтеүселәр составының күп төрлө булыуын иҫәпкә алырға кәрәк. Башҡортостанда әлеге һайлау процесын ойоштороуға, тормошҡа ашырыуға ҡарата халыҡ-ара күҙәтеүселәрҙең берҙәм юғары баһаһы республикабыҙ халҡының сәйәси әүҙемлеген, демократик, гражданлыҡ үҙаңы үҫешен тағы бер тапҡыр иҫбатлай. Автор: Ләйлә Аралбаева Фото: Валерий Шахов фотоһы. #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024