Рәсәй Президенты һайлауы тамамланғас, “Рәсәй Президентын һайлау - 2024” йәмәғәт һайлау штабына Рәсәй Президенты вазифаһына кандидаттарҙың вәкилдәре килә башланы. Тәүгеләрҙән булып “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Секретары урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов килде. Ул сығышында Владимир Путиндың еңәсәгенә ышанысын белдереп, “Берҙәм Рәсәй” партияһы – Президент партияһы булыуы, ил етәксеһе Президентлыҡҡа кандидатлыҡҡа үҙен күрһәтеү ҡарары партия съезында хупланыуы тураһында һөйләне. “Берҙәм Рәсәй” партияһы Президенттың төп программаларын ғәмәлгә ашырыу майҙансығы булды һәм булып ҡаласаҡ, – тип белдерҙе Руслан Насретдинов. Ул шулай уҡ һайлау барышына ла туҡталды. – Был һайлауҙарҙың үҙенсәлеге булып һайлаусыларҙың юғары әүҙемлеге тора һәм был аңлашыла, сөнки кешеләр үҙ киләсәге өсөн тауыш бирә. Өс көн дауамында һайлау участкаларына тотош ғаил
һайлауҙағы әүҙемлек йәмғиәтебеҙҙең берҙәмлеген күрһәтте
17 марта 202417 мар 2024
1 мин