Найти тему
Башҡортостан гәзите

Күҙаллауҙар менән ашыҡмаҫ инем

Өфөлә “Рәсәй Президентын һайлау - 2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эштәр ҡыҙыу бара. Уның сираттағы ҡунағы – Башҡортостандағы КПРФ-тың республика комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Артур Шәйнуров белдереүенсә, Рәсәй Президентын һайлауҙа өс көн тауыш биреү бик тулҡынландырғыс булған. – Беҙҙә тауыш биреү тамамланды, беҙ өс көнлөк һайлауҙың төп һөҙөмтәһенә күсәбеҙ. Күҙаллауҙар менән ашыҡмаҫ инем. Яҡын арала уҡ беҙ рәсми рәүештә тауыш һанын ишетәсәкбеҙ, — тине ул. Артур Шәйнуров билдәләүенсә, Рәсәй Президентын һайлау —2024 йылдағы Рәсәйҙең сәйәси тормошонда мөһим, төп ваҡиға. – Беҙ бөгөн Рәсәй Федерацияһының ниндәй хәлдә булыуын һәм неонацистарҙың илебеҙҙә һайлауҙар үткәреүҙе нисек боҙорға тырышыуын аңлайбыҙ. Әммә беҙ уларҙың үҙ ниәтен тормошҡа ашыра алмаясағын беләбеҙ, – тине Артур Шәйнуров. Ул шулай уҡ КПРФ партияһының сәйәси әүҙемлеген һайлау барышында ғына күрһәтмәй, ә йылдар дауамында эш алып бара. “Беҙ үҙебеҙҙең программаны үҙгәртмәнек, курсыбыҙҙы дауам итәбеҙ”, – тине ул Булат Маликов фотоһы. #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024