Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ике аҙналыҡ бәпес мөғжизә менән генә иҫән ҡалған

Кисә кис менән Ҡариҙел районында булған ҡот осҡос авария тураһында хәбәр иткәйнек инде. Унда ике бәләкәй бала һәләк булды, әсәләре менән ике аҙналыҡ бәпес дауаханаға эләкте. Үлгән балалар - биш йәшлек малай һәм өс йәшлек ҡыҙ. Әле был хәлгә бер ни тиклем асыҡлыҡ индерелде. Юлда "Лада Гранта" менән Nissan Tiida машиналары бәрелешкән. Балалы ҡатын ватан автомобиленә идара иткән. Уға 27 йәш һәм ул Свердловск өлкәһенән. Икенсе машинала 44 йәшлек Мәсетле районы кешеһе ултырғаны билдәле. Асыҡланыуынса, ҡатын ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм унда килгән машинаға бәрелгән. "Өс бала ла артта махсус креслоларҙа ултырған. Авария ваҡытында "Лада" уртаға бүленгән. Бер баланың кәүҙәһе ныҡ зыян күргән. Ә бына иҫән ҡалған ике аҙналыҡ ҡына бәпескә бер нимә лә булмаған тиерлек. Әсәләре лә етди йәрәхәттәр алған, баш мейеһе зыян күргән, ҡабырғалары һынған. Ул юлдың хәүефле урынында машинаһына идараны юғалтҡан. Әле ул һәм бәләкәй бала дауаханала", - тигәндәр "Башинформ" агентлығына сығанаҡтары. Әле аварияның аныҡ сәбәптәре асыҡлана. Прокуратура эште үҙ контроленә алған. Бәләкәй балаларҙы бик йәл. Ҡышҡы юлдың айырыуса хәүефле икәнлеген онотмайыҡ. Фото: МЧС.