“Рәсәй президентын һайлау - 2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендәге брифингта Башҡортостан Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы рәйесе Олег Галин булды. Ул тәфтиш изоляторҙарында һәм башҡа пенитенциар һәм енәйәт-башҡарыу системалары учреждениеларында тауыш биреү дөйөм алғанда яҡшы һөҙөмтә күрһәтте, тип хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, федераль яза башҡарыу хеҙмәте линияһы буйынса 2712 кеше һайлау хоҡуғына эйә. СИЗО-ла булғандарҙан 1843 кешенән 1842 кеше тауыш бирә. Бер кеше генә тауыш биреүҙән баш тарта – ул бер ҡасан да тауыш бирмәгәнен һәм быны эшләргә йыйынмауын белдерә. “Башлыса СИЗО-ла баш тартмайҙар – был камеранан тағы бер тапҡыр сығырға сәбәп. Шул уҡ ваҡытта унда “идеялар” байтаҡ, – тип аңлатма бирҙе Олег Гагин. Холоҡ төҙәтеү үҙәктәрендә холоҡ төҙәтеү эштәренә хөкөм ителгән 747 кеше тауыш биргән. Шулай уҡ өйҙәге арест аҫтында булған бөтәһе 95 кеше һәм иректә сикләнгән 27 кеше үҙ гражданлыҡ бурысын үтәгән. Тикшереү тарафынан 10 көнгә тиклем ҡулға алынғандар булған ваҡытлыса тотоу изоляторҙарында 51-ҙән 21-е тауыш бирә. “Бында күптәр системаға үпкәләгән, мине ҡулға алдылар, ә мин уларға тауыш бирергә тейешмен”, – тип аңлатты Олег Галин. Шулай уҡ полиция тарафынан 48 сәғәткә тотолғандар һайлау хоҡуғына эйә. Ә бына бында 55 кешенең береһе генә шундай теләк белдергән. “Бында кешеләрҙең йыш ҡына иҫерек килеш – алкоголь һәм наркотик хәлендә эләгеүен аңларға кәрәк”, – тип аңлатты йәмәғәтсе. Өфөләге республика психиатрия дауаханаһында 903 пациент мәжбүри дауалана, уларҙың 375-е тауыш биреү хоҡуғына эйә. Уларҙан 174 кеше файҙаланған. Стәрлетамаҡ психиатрия дауаханаһында мәжбүри дауалауҙа 17 пациент тауыш бирҙе (21 пациенттың был хоҡуғы бар). Валерий Шахов фотоһы. #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024