Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һайлау барышының сираттағы күрһәткестәре билдәле

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙилов Рәсәй Президентын һайлауҙа 17 мартта 18.00 сәғәткә ҡарата тауыш биреү һөҙөмтәләрен иғлан итте. Был мәғлүмәттәргә ярашлы, 2 371 598 кеше йәки һайлаусыларҙың 80,6 проценты тауыш биргән. Барған урынында тауыш бирергә ғариза тапшырған 105 мең һайлаусының 85 проценты тауыш биргән. Тауыш биреү барышында Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһына 179 мөрәжәғәт килгән. Был, нигеҙҙә, тауыш биреү тәртибен аңлатыу, шәхси мәғлүмәттәрҙе аныҡлау, күҙәтеүсе йәки һайлау комиссияһы ағзаһы булыу тураһында һорауҙар. Үҙәк һайлау комиссияһына килгән 23 яҙма мөрәжәғәттә һайлау ҡануниәтен, видеояҙмаларға инеү тәртибен һәм Үҙәк һайлау комиссияһы компетенцияһына ҡарамаған башҡа мәсьәләләрҙе аңлатыу үтенесе бар. Марат Ғәҙелов билдәләүенсә, һайлау ҡануниәтен боҙоуҙар билдәләнмәгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һайлау участкалары 08:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләй. 18 йәше тулған, Рәсәй гражданы булған һәр кеше тауыш бирә ала. Үҙегеҙҙең гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә ашығығыҙ. Роман Якимчук фотоһы, “Башинформ” #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024