Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ифтарға - емеш бәлеше

Ҡамыр өсөн: 150 грамм йылы һөткә 150 грамм иретелгән аҡ май (йылытып алына), бер аш ҡалағы майонез, ярты сәй ҡалағы тоҙ, семетеп кенә сәй содаһы, он һалып ҡамыр баҫабыҙ. Артабан 20 минут самаһы ҡамырҙың өҫтөн ябып торорға кәрәк. Эслек өсөн тоҙло һыуҙа бүрттереп (бешер-бешмәҫ ) алынған 2 стакан дөгө ярмаһы, емештәр (күрәгә, ҡара емеш, йөҙөм ), 6-7 аш ҡалағы ҡыҙыл эремсек, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы тоҙ (тәменә ҡарап), иретелгән аҡ май кәрәк. Ҡамыр ял иткән арала эслек әҙерләйбеҙ. Дөгөнө тоҙло һыуҙа бүрттереп алабыҙ, һөҙәбеҙ, һалҡын һыу менән сайҡатып алабыҙ. Һыуын һарҡытабыҙ. Дөгөгә алдан әҙерләп ҡуйылған емештәрҙе һалып, бер аҙ ғына ҡыҙыл эремсекте ҡушып ебәрәбеҙ (теләгән кеше ҡабаҡ та һала ала), шәкәр, тоҙ, аҡ май һалып, саҡ ҡына яҡшылап болғатабыз. Ҡамырҙы йәйеп, эслекте һалып, өҫтөн ҡаплап, бәлеште ҡыҙған мейескә (духовкаға) бешерергә ҡуябыҙ. 40- 45 минуттан һуң ҡарап, бер аҙ ҡыҙарғанса бешерәбеҙ ҙә, аҙаҡ алып, майлап аҙ ғына өҫтөн ҡаплап торорға кәрәк. Бәлеште табынға йылы көйөнсә бирәбеҙ.Тәмле лә, туҡлыҡлы ла. Ифтар өсөн бигерәк тә файҙалы . Фото һәм сығанаҡ: “1001 кәңәш” төркөмөнән