Бишбүләк районының Йылболаҡ-Матвеевка ауылында йәшәгән Оксана һәм Марсель Йосоповтар әүҙем гражданлыҡ позицияһы менән айрылып тора. Ил өсөн үтә мөһим көндә – Президент һайлауҙарында улар һайлау участкаһына ҙур ғаиләһен алып, күтәренке күңел менән килде. Йосоповтарҙың әйтеүенсә, бындай мөһим ваҡиға хаҡында олоһо ла, кесеһе лә яҡшы белергә тейеш, тип яҙа “Светлый путь”. Йосоповтар ете ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй. Былтыр йыл аҙағында уларҙың икенсе игеҙәк балалары тыуған. Һайлауға балаларыбыҙҙы ла алып килдек. Беҙ уларға өлгө күрһәтергә, һәр тауыштың илдең киләсәге өсөн мөһим булыуын иҫбатларға килдек”,– ти улар. #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024 И. Фомина фотоһы.