Бөгөн уңған баҡсасыларҙың тәҙрә төптәре төрлө йәшелсә һәм сәскә үҫентеләре менән тулғандыр. Кемдер уларҙы күсереп ултырта, тәрбиәләү менән мәж килә. Көндәр йылыныу менән үҫентеләрҙе теплицаға күсереп ултыртырға тура киләсәк. Ә бының өсөн әленән үк теплицағыҙҙы таҙаларға кәрәк. Тәүҙә яҡшылап тырмалап, йыйыштырып алабыҙ. Шунан кер һабыны иретмәһе йәки белизна ҡушылған һыу менән стеналарын йыуабыҙ. Таҙа һыу һиптереп сайҡатабыҙ. Өсөнсө этап итеп ТАБАЧНАЯ ШАШКА яндырабыҙ. Быныһы ҡоротҡос-бөжәктәр менән көрәшеү ысулы. ТАБАЧНАЯ ШАШКА зыянлы түгел, шикләнмәйенсә эшләргә мөмкин. Әгәр инде былтыр теплицала ҮРМӘКСЕ ТАЛПАНЫ кеүек ҡоротҡостар булһа, тупраҡты (йәшелсә ултыртҡансы бер ай алдан!) химик препараттар (мәҫәлән, ХОМ) менән эшкәртеү кәрәк. Фитофтороз күҙәтелгән булһа, тупраҡты ФИТОСПОРИН менән эшкәртергә кәрәк була. Яҙғы мәлдә теплицаны яҡшылап елләтеү ҙә фарыз. Эштәрегеҙ - уң, йәшелсәләрегеҙ мул булһын! Әйткәндәй, һеҙ теплицаларығыҙҙы нисек таҙартаһығыҙ һәм яңы уңыш алыуға әҙерләйһегеҙ? Үҙегеҙҙең кәңәш-тәҡдимдәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине. Фото:ogorod.ru
Теплицаны йәшелсә ултыртырға бер ай ҡалғас әҙерләргә кәрәк
17 марта 202417 мар 2024
~1 мин