Өфөлә өс көн дауамында “Рәсәй Президентын һайлау - 2024” йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй. Унда һайлау барышын яҡтыртҡан журналистар эшмәкәрлегенә лә анализ эшләнә. Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов белдереүенсә, 17 марттың 17.00 сәғәтенә ҡарата республиканың киң матбуғат саралары 6348 мәғлүмәт баҫтырған. – Беҙ Рәсәй Президенты һайлауы тураһында сыҡҡан мәғлүмәттәрҙе ҡарап барабыҙ. Мәҫәлән, 17 марттың 17.00 сәғәтенә ҡарата бөтәһе 6348 мәғлүмәт, мәҡәлә, репортаж донъя күргән. Шул иҫәптән, “Башинформ” агентлығы 90-ға яҡын мәғлүмәтте үҙенең рәсми сәхифәләрендә ҡуйған, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы – 85, Дәүләт теле-радио компанияһы – 31, “Республика Башҡортостан” дәүләт унитар предприятиеһы – 6142. Көн аҙағына тиклем тағы ла 500-гә яҡын материал ҡуйыласаҡ. Ғөмүмән, төрлө мәғлүмәт саралары аша һайлау барышына ҡағылышлы мәғлүмәт етерлек кимәлдә таратыла. Был эшмәкәрлек бер минутта туҡталмай, – тине Вәдүт Ғәйфулла улы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һайлау участкалары 08:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләй. 18 йәше тулған, Рәсәй гражданы булған һәр кеше тауыш бирә ала. Валерий Шахов фотоһы. #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024
Һайлауға ҡағылышлы мәғлүмәт етерлек кимәлдә таратыла
17 марта 202417 мар 2024
~1 мин