Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һайлауға - бар ғаилә менән

Өсөнсө көн Сибай ҡалаһында ил Президенты һайлауҙары үтә. Ҡаланың Көньяҡ ҡасабаһында йәшәгән Альбина менән Данис Дауытбаевтар 641-се һайлау участкаһына өс улдары һәм ҡыҙҙары менән килгән. Дауытбаевтарҙың өлкән улдары Даян әле бишенсе, Айназ – беренсе класта белем ала. Данир менән Әҙилә балалар баҡсаһына йөрөй. "Балаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары шул тиклем көслө, шуға күрә уларҙы ла үҙебеҙ менән бергә алдыҡ. Бәләкәйҙән күреп үҫһендәр, өйрәнһендәр. "Президент олатай"ҙы һайлайһығыҙмы, тип бәләкәстәребеҙ ҙә мәж килә. Бына әле "Рәхмәт" акцияһына лотореялар ҙа алдыҡ, кем белә бүләк тә оторбоҙ әле", - тип йылмая Дауытбаевтар. Йәш ғаилә Көньяҡ ҡаса­ба­һынан ер биләмәһе алып, шунда ваҡытлыса йәшәргә йорт һалғандар, ҙур гараж төҙөгәнр. Ғаилә башлығы үҙ­мәшғүл булараҡ теркәлеп, ике йөк машинаһында клиенттарҙың за­каздарын башҡара. Альбина әле кескәй ҡыҙы менән декрет ялында. Фото: ғаилә архивтарынан. #ВыбираемПрезидента#Башкортостан#БашВыбор2024