Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Күҙәтеүселәр бушҡа эшләй

Башҡортостанда һайлау кампанияһы барышын һәм һайлауҙа тауыш биреүҙе күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы етәксеһе Лида Исаргакова республика бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы федераль порталына күҙәтеүселәрҙең мөрәжәғәттәре һаны буйынса лидерҙарҙың береһе булып тороуын хәбәр итте. Асыҡланыуынса, 2,5 көн эсендә ресурсҡа һайлау участкаларындағы хәл тураһында 28 мең хәбәр килгән. Шул уҡ ваҡытта 15 һәм 16 март йомғаҡтары буйынса штаб белгестәре гражданлыҡ процесын боҙоуҙың бер осрағын да теркәмәгән. – Беҙҙең күҙәтеүселәр ошо йылдарҙа ҙур тәжрибә тупланы, эштәрен бик яуаплы башҡаралар. Шуныһы: улар өс көн буйы бушҡа йөрөй, бының өсөн уларға түләнмәй, – тине ул. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Данияр Абдрахманов йәштәр сәйәсәттән ситтә тора тигән мифты кире ҡаҡты. “Коронавирус осоронда уҡ бик күп ирекмәндәр һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары барлыҡҡа килде. Йәштәр күңелдәренең бер өлөшөн башҡаларға бирергә әҙер. Улар бөгөн йәмғиәт, ил булараҡ берҙәм булырға кәрәклеген аңлай

Башҡортостанда һайлау кампанияһы барышын һәм һайлауҙа тауыш биреүҙе күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы етәксеһе Лида Исаргакова республика бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы федераль порталына күҙәтеүселәрҙең мөрәжәғәттәре һаны буйынса лидерҙарҙың береһе булып тороуын хәбәр итте. Асыҡланыуынса, 2,5 көн эсендә ресурсҡа һайлау участкаларындағы хәл тураһында 28 мең хәбәр килгән. Шул уҡ ваҡытта 15 һәм 16 март йомғаҡтары буйынса штаб белгестәре гражданлыҡ процесын боҙоуҙың бер осрағын да теркәмәгән. – Беҙҙең күҙәтеүселәр ошо йылдарҙа ҙур тәжрибә тупланы, эштәрен бик яуаплы башҡаралар. Шуныһы: улар өс көн буйы бушҡа йөрөй, бының өсөн уларға түләнмәй, – тине ул. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Данияр Абдрахманов йәштәр сәйәсәттән ситтә тора тигән мифты кире ҡаҡты. “Коронавирус осоронда уҡ бик күп ирекмәндәр һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары барлыҡҡа килде. Йәштәр күңелдәренең бер өлөшөн башҡаларға бирергә әҙер. Улар бөгөн йәмғиәт, ил булараҡ берҙәм булырға кәрәклеген аңлай. Йәштәргә Рәсәйҙең киләсәге ҡыҙыҡлы, улар фекерҙәргә ҡолаҡ һалырға һәм әүҙем эшләргә әҙер”, - тине эксперт. Алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, дәүләт башлығын һайлауҙа Башҡортостан йәштәренең 60% ашыуы тауыш биреп өлгөргәйне. Айрат Нурмөхәмәтов.