Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау көндәрендә Башҡортостанда һайлау процесының үтәлешен күҙәткән халыҡ-ара күҙәтеүселәр республика биләмәһендә тауыш биреү барышы тураһында үҙ фекере менән уртаҡлашты. Сит ил дәүләттәре вәкилдәре менән әңгәмә Өфөләге “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала һайлау процесын Австриянан, Шри-Ланканан, Никарагуанан һәм донъяның башҡа илдәренән 10 халыҡ-ара күҙәтеүсе күҙәтә. Ҡаҙағстандан килгән күҙәтеүсе Сабила Мостафина һүҙҙәренсә, уны барлыҡ булған участкаларҙа эшлекле, шул уҡ ваҡытта тыныс һәм йылы шарттар хайран ҡалдырған. “Ике көн эсендә Өфө һәм Нуриман райондарында, Дим биҫтәһендә һәм Благовещенда булдыҡ. Беҙгә Успенское Изге Георгий ир-егеттәр монастырында тауыш биреү барышын күҙәтеү мөмкинлеге булды, унда 15 дин әһеле гражданлыҡ бурысын үтәне”, - тине ул. Молдова парламенты депутаты һәм урындағы социалистар партияһы ағзаһы Иванна Кёксал 12 участка һайлау комиссияларында булғаны һәм бер ниндә