Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ветеран өсөн икеләтә байрам !

Бишбүләк районының Аҙнай ауылында йәшәгән Сәлимә Мөхәррәм ҡыҙы Вахитова 99-сы яҙын ҡаршыланы. Быйыл хеҙмәт ветераны өсөн икеләтә байрам: тыуған көнө ил Президентын һайлау көнө менән тура килде, тип яҙа “Светлый путь”. Һайлау комиссияһы ағзалары Сәлимә Мөхәррәм ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлап, уға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләне. Хеҙмәт ветераны гражданлыҡ бурысын өйҙә үтәне, һайлау бюллетене менән танышҡандан һуң, күсмә урнаға төшөрҙө. Ветерандың йәшлеге ауыр хеҙмәттә үтә. 1943 йылда торф алырға, аҙаҡ урман ҡырҡырға, ағас етештерергә ебәрәләр. Һуғыштан һуң ҡыҙ фронттан ҡайтҡан һалдат Хәмит Вахитовҡа тормошҡа сыға. Ире колхоз рәйесе, зоотехник, бухгалтер булып эшләй. Сәлимә Мөхәррәм ҡыҙы колхозда төрлө эштәрҙә йөрөй. Хәҙер ул һәр көнгә һөйөнөп йәшәй. Доғаларын балаларына, ейәндәренә, бүләләренә бағышлай. Ләйлә Ғүмәрова фотоһы.