Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Рәхмәт” акцияһы оҙайтыла

Быйылғы һайлау осоронда “Рәхмәт” акцияһына иғтибар бик ҙур. Был аңлашыла ла – уйнатылған бүләктәр бик ҙур. Хатта фатир, автомобиль, юлламалар бар. Шуға күрә “Рәхмәт102.рф” сайты хакерҙар һөжүменә дусар ителде. Әле проблема юҡҡа сығарылған. Был турала Өфөләге “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә үткән брифингта акция вәкиле Римма Бикмурзина һөйләне. Башҡортостанда “Рәхмәт” акцияһында ҡатнашыу өсөн билет теркәү мөмкинлеге 17 мартта төнгө 12-гә тиклем оҙайтылды. Уның мәғлүмәттәре буйынса, әлеге мәлгә 2,7 миллион билет бирелгән дә инде, уларҙың 1,3 миллионы теркәлгән. Римма Бикмурзина билдәләүенсә, суперприздарҙы уйнатыу һуңғараҡ була. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.