Өфөләге “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эш дауам итә. Бөгөн бында Башҡортостанда эшләгән сит ил күҙәтеүселәре килде һәм штабтың нисек эшләгәнен үҙ күҙҙәре менән күрҙе, тәьҫораттары менән уртаҡлашты, журналистар менән аралашты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Матбуғат үҙәге эшен ҡарау һәм халыҡ-ара күҙәтеүселәр менән аралашыу өсөн Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин килде. – Сит ил коллегаларҙы сәләмләүемә шатмын. Башҡортостан һеҙҙең эшегеҙҙе юғары баһалай. Ысын фекерҙәрегеҙ һәм мөнәсәбәтегеҙ өсөн рәхмәт. Беҙҙең кешеләр һайлауға байрамға барған кеүек ғаиләләре менән бергә бара, килеү кимәле юғары, – тине ул. Уға күҙәтеүселәр һорауҙарын бирҙе. Индонезиянан килгән журналист әйтеүенсә, Башҡортостанда һайлау ғәҙел бара, бер ниндәй ҙә закон боҙоуҙар күренмәгән. Ҡаҙағстандан килгән күҙәтеүсе әйтеүенсә, уларҙың республикаһында ҡайһы бер ҡалаларҙа Рәсәй Президентын һайлау өсөн участкалар эшләй, унда Рәсәй граждандары үҙ тауышын бирә ала. – Р