Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡот осҡос аварияла ике бәләкәй бала һәләк булған

Кисә, 16 мартта төндә Бөрө – Тастүбә – Һытҡы автоюлының 134-се километрында ҡот осҡос авария теркәлә. Ҡариҙел районында Lada Granta менән Nissan Tiida машиналары бәрелешә. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Урынға ҡотҡарыусылар, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм табиптар бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аварияның һөҙөмтәһе ҡот осҡос: унда ике бәләкәй бала һәләк булған. Улар 2018 йылғы малай һәм 2021 йылғы ҡыҙ. 1997 йылғы ҡатын һәм 2024 йылғы сабый йәрәхәтләнгән, улар әле дауаханала. Әлеге ваҡытта аварияның сәбәптәре асыҡлана. Фото: МЧС.