Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Иртәнге унға һайлаусыларҙың 67 проценты килгән

Башҡортостанда тауыш биреүҙең өсөнсө көнө дауам итә. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғалимханов журналистар менән брифинг үткәрҙе һәм һуңғы һандарҙы атаны. Башҡортостанда иртәнге унда һайлаусыларҙың 1 миллион 972 меңе тауыш биргән. Был 67 процент. – Һайлауҙың ике көнө лә тыныс үтте, – тине ул. Етешһеҙлектәргә килгәндә, ваҡ мөрәжәғәттәр бар. Тупаҫ закон боҙоу осраҡтары теркәлмәгән. Шулай уҡ Өфөлә һәм Бөрө ҡалаһында бюллетендәрҙе зеленка һымаҡ шыйыҡса менән боҙорға тырышыу осраҡтары булған. Тик уларҙы ваҡытында туҡтатҡандар, бюллетендәр зыян күрмәгән. Рәйестән башҡорт телендәге бюллетендәр тураһында һораныҡ. Уның әйтеүенсә, башҡорт-рус телендә бюллетендәрҙең 12 проценты баҫылған. Уларҙы урындағы һайлау комиссиялары һорауы буйынса ебәргәндәр. Үҙәк һайлау комиссияһына улар етмәй тигән мөрәжәғәттәр килмәгән. Әгәр ҡайҙалыр етмәй икән, һорау буйынса икенсе һайлауҙарҙа уларҙың һанын арттырырға мөмкин. Фото: news.rusoil.net