Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Рөстәм Нәбиев ғаиләһе менән барҙы

Быйылғы Президент һайлауы өс көн дауамында үтә. Уның үҙенсәлеге – кешеләр унда ғаиләләре менән барырға тырыша. Билдәле блогер Рөстәм Нәбиев тә үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән. Үҙенең һайлау участкаһына ул ғаиләһе - ҡатыны һәм ике ҡыҙы менән бергә барған. – Бөгөн ғаиләбеҙ менән Рәсәй Президентын һайларға барҙыҡ. Был символик мәғәнәгә эйә, сөнки быйыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы иғлан ителде. Һәм беҙ үҙебеҙҙең, балаларҙың киләсәге өсөн тауыш бирҙек. Һайлауға килеү, тауышыңды биреү һәм үҙеңде бөйөк илебеҙҙең өлөшө итеп хис итеү мөһим. Кешеләр һайлауға яҡшы кәйеф менән килә һәм был бик яҡшы билдә тип иҫәпләйем, һайлауҙар ыңғай кәйеф менән үтеп китһен, – тине ул. Рөстәм Нәбиев үҙенең яҙылыусыларынан уларҙың һайлауға барыу-бармауы менән дә ҡыҙыҡһынды. Фото: социаль селтәрҙәр.