Башҡортостанда тауыш биреүҙең өсөнсө көнө дауам итә. Өфөләге “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәге шулай уҡ бөгөн таң менән асылды һәм эш башланды. Тәүгеләрҙән булып журналистар менән һайлауҙы ойоштороу буйынса колл-үҙәк өсөн яуаплы Анна Сучкова аралашты. Ул алдағы ике көндәге мөрәжәғәттәр тураһында һөйләне. Дөйөм алғанда, ике көн дауамында колл-үҙәк 50 мөрәжәғәт ҡабул иткән. Башлыса техник һорауҙар килә, кешеләр үҙҙәренең һайлау участкаһының адресы, эш ваҡытын белешә, өйҙән тауыш биреү өсөн комиссия ағзаларын саҡыра. Етди тәртип боҙоуҙар теркәлмәгән. – Былтыр сентябрь һайлауында көн дауамында 98 мөрәжәғәт килгән ине, быйыл ике көндә - 50. Был халыҡтың күберәк мәғлүмәтле булыуы тураһында һөйләй. Башлыса Өфөнән шылтыраталар, райондарҙан һирәгерәк. Мөрәжәғәттәр бөгөн дә көн дауамында киске 9-ға тиклем ҡабул ителәсәк, – тине ул. Өлкәндәр өйҙән тауыш биреү теләге менән шылтырата, уларҙың мөрәжәғәттәре участка һайлау комиссияларына тапшырыла. Шулай уҡ, пропискаһы булмаған,