Башҡортостанда һайлау тыныс шарттарҙа үтә, һайлауға килеү күрһәткесе юғары, хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлмәгән. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Данияр Абдрахманов журналистар менән осрашыуҙа тауыш биреү барышына аңлатма бирҙе. Һайлауға килеү күрһәткесе 64 проценттан артты, тип билдәләне ул. Ике көнлөк тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Ағиҙел ҡалаһында ул 70 проценттан ашыу тәшкил иткән. Тауыш биреүселәрҙең күплеге халыҡтың гражданлыҡ позицияһы юғары булыуы менән аңлатыла. Кешеләр еңел булмаған осорҙа йәшәүҙәрен аңлай. – Граждандарыбыҙ участкаларға берҙәм булыуыбыҙҙы күрһәтеү өсөн килә. Һәм дошман илебеҙҙә сыуалыштар тыуҙыра алмаясаҡ, – тине эксперт. – Республиканың Йәмәғәт палатаһы әҙерләгән күҙәтеүселәр яҡшы эшләй. Сит ил күҙәтеүселәренә һайлаусылар тауыш биреүҙә ҡатнашып, ҡиммәтле бүләктәр отоу мөмкинлеге алған “Рәхмәт” акцияһы оҡшаған, тине ул. – Ҡыҙыҡлы алым. Киләсәктә уның менән Рәсәйҙең башҡа төбәктәре, бәлки, башҡа илдәр ҙә файҙаланыр, тип ышанам, – тине Данияр Абдрахманов. Граждандарҙың һайлау участкаларында бер нисә тупаҫ эш итеүе тураһында һорауға яуап биреп, политолог, провокациялар яһарға маташыуҙарға хоҡуҡи баһа биреләсәк, тине. Фото: "Башинформ".