Хәйбулла районында Рәсәй Президентының май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматындағы ултырышта ике проект ҡаралды. Айназ Ғәббәсов Аҡъяр ауылында АСПК-нан субсидия ярҙамында Балалар уйын үҙәген асыу буйынса проектын уңышлы тормошҡа ашырған. Хәҙер уның бизнесы ҡуртымға алынған бинала урынлашҡан. Кәңәшмәлә Айназ үҙенең бизнесын үҫтереү буйынса яҡын һәм оҙайлы пландары тураһында һөйләне. Ултырышта ҡатнашыусылар үҙҙәренең идеяларын һәм теләктәрен белдерҙе, шулай уҡ эшҡыуар дәғүә итә алған дәүләт ярҙамы саралары тәҡдим ителде. Гөлнара Байсурина профессиональ икмәк бешереүсе һәм кондитер, ул үҙенең бизнесын киңәйтергә ҡарар итә. Уның Татыр-Үҙәк ауылында ҡуртымға алған магазины бар һәм ул кондитер бүлмәһе өсөн яңы ҡорамалдар һатып алырға теләй. Комиссия менән кәңәшләшкәндән һуң, уға кәрәкле станоктар һәм сығым материалдары һатып алыу өсөн финанс ярҙамы программаһында ҡатнашыу өсөн документтар тапшырырға тәҡдим итәләр. "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нең бөгөнгө ултырышында ҡаралған бөтә проекттар эшмәкәрлектең төрлө өлкәләренә – ял һәм күңел асыу өлкәләренә, кондитер изделиелары етештереүгә ҡарай, әммә уларҙы бер нәмә берләштерә: уларҙың барыһын да яратҡан эшендә артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән бик әүҙем һәм маҡсатҡа ынтылышлы кешеләр ғәмәлгә ашыра. Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр. Аҙна һайын уҙғарылған "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/ йәки алдан түбәндәге телефондар буйынса яҙылырға:(34758) 2-12-35, 2-18-99, 8-937-320-30-40. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президентының май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан