“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡырмыҫҡалы район дауаханаһына һанлы маммограф алынды. Ҡорамал поликлиниканың беренсе ҡатында урынлаштырылған, бинаға ремонт эшләнгән. Хәҙерге ваҡытта маммограф файҙаланыуға индерелгән. Маммография – һөт биҙҙәрен аҙ дозалағы рентген нуры менән тикшереү. Яңы техника дөйөм скрининг үткәреү өсөн уңайлы, файҙаланыуҙа ышаныслы һәм һүрәттәрҙең аныҡлығын тәьмин итә. Рентген нурының тәьҫире аҙ булғас, сәләмәтлеккә зыяны юҡ. Аппарат өс үлсәмле томография функцияһы менән йыһазландырылған. Шуға күрә организмдағы үҙгәрештәрҙе теүәл билдәләргә ярҙам итә. Өҫтәүенә диагностик процедура һөт биҙе туҡымаһы өлгөһөн алып, үҙгәрештәрҙе төплөрәк асыҡларға булыша. – Аппарат юғары етештереүсәнле, аҙ нурланышлы, файҙаланыуҙа ябай. Урынлаштырыу өсөн ҙур майҙан талап итмәй, – тип билдәләне дауахананың баш табибы Азамат Ғәлиев. Рәсәй Президентының май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙы