Өфөнөң йылытыу системаларын етештереүсе «ЭКОТАЙМ» компанияһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге милли проектында (национальный проект “Производительность труда” ) ҡатнашып, һаҡсыл технологиялар индерә. Был турала Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы хәбәр итә. Предприятиеға ярҙамды компетенцияларҙың төбәк үҙәге эксперттары күрһәтәсәк. Улар хеҙмәткәрҙәрҙе һаҡсыл производство эшмәкәрлегенә өйрәтәсәк, алдынғы производство системаһы булған модель предприятиеға алып барасаҡ, белемде артабан таратыу өсөн үҙҙәренең тренерҙарын әҙерләйәсәк. -Рәсәй Президенты башланғысы менән булдырылған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыуҙан һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек, хеҙмәт етештереүсәнлеге күтәрелеүен көтәбеҙ, - тине компанияның генераль директоры Олег Федоров. Барлығы республикала милли проектҡа 166 компания ҡушылды. Эшкәртеү производствоһында, ауыл хужалығында, төҙөлөштә, транспортта, сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү тармағында эшләгән предприятиелар унда ҡатнаша ала. Һайлап алғанда төп критерий – һалым тотолғандан һуң үткән йылға керем 400 миллион һумдан алып булырға тейеш, ә устав капиталында сит ил резиденттары өлөшө 50 проценттан да артмаҫҡа тейеш. Ҡатнашыу өсөн ғариза бирергә кәрәк. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен 5 процентҡа еткереү өсөн шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.