Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һалдатты көтә белеү ҙә батырлыҡ ул

Үткән йылдың көҙгө моңһоу көнө Сафиндарҙың ишле ғаиләһе өсөн иң яҡты һәм иҫтәлекле ғүмер мәле, берләштереүсе, ойоштороусы күркәм байрам булып, мәңгегә хәтерҙә ҡаласаҡ. Рәсәйҙә һәйбәт традицияға әүерелгән Әсәләр көнө был юлы ғәҙәттәгенән дә йылыраҡ, йөкмәткелерәк, ихласыраҡ үткәндәй тойолдо. Баш ҡаланың “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ошо көнгә арналған тантаналы сарала республикабыҙҙың хәстәрлекле, уңған, булдыҡлы әсәләре сикһеҙ һөйөүҙәре, сабырлыҡтары, изге йөрәктәре, оҫта ҡулдары өсөн әллә күпме рәхмәт һүҙҙәрен ишетте. Ысынлап та, бындай маҡтау һүҙҙәренә лайыҡтар тирә-яғыбыҙҙа ла етерлек. Байрам көнөндә республиканың алты ғаиләһе вазифалы етәкселәр ҡулынан федераль награда – “Ата-әсәлек даны” ордены миҙалы алып ҡыуанды. Шундай ҙур бүләккә лайыҡ булғандар араһында Үрге Тәтешленән Гөлназ һәм Венер Сафиндар ғаиләһен күреү айырыуса күңелле ине. Тормошто йәмләп, еребеҙҙе матурлыҡҡа һәм татыулыҡҡа күмеп, барыбыҙ өсөн дә күркәм өлгө булып йәшәгән ата-әсәләргә тәғәйенләнгән был награда дүрт һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән (уллыҡҡа алған), Рәсәй граждандары булған ата-әсәләргә тапшырыла. Талаптар ябай һәм аңлайышлы: ғаилә социаль яуаплы, сәләмәт тормош алып барыусы, балаларын физик, рухи һәм әхлаҡи яҡтан тейешле кимәлдә тәрбиәләүсе, шәхес булараҡ үҫтереүсе, ғаилә институтын нығытыуға лайыҡлы өлөш индереүсе булырға тейеш. Гөлназ һәм Венер Сафиндар - тап ошо талаптарға яуап биргән, холоҡ-фиғелдәре, хеҙмәттәре менән тормош ауырлыҡтарын еңергә өйрәнгән, һикәлтәле һуҡмаҡта ла, көс-дәрт табып, тура атлаған һоҡланғыс пар. Былтыр көҙ “Атайҙар ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһын тәү тапҡыр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә лә тапшырҙылар. Уларҙың араһында дүрт бала атаһы, элекке полиция хеҙмәткәре, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге доброволецтар батальонына тәүгеләрҙән булып ингән Венер Рәмил улын күреү ҡыуаныслы булды. ... Беҙ Сафиндарҙың ҡурсаҡ кеүек йыйнаҡ, йылылыҡ бөркөлөп торған йортонда 17 йәшлек ҡыҙҙары Алһыу, 13 йәшлек Гүзәл һәм бәләкәс улдары Ғаяз, Хәбиб менән танышабыҙ. Ата-әсә балаларына бик матур, ҡолаҡҡа ятышлы исемдәр ҡушҡан. Йорт хужаһының хәрби юлы, әлеге көндә “Ватанды яҡлаусылар” фондының социаль координаторы булараҡ эшмәкәрлеге хаҡында һорашҡан арала шым ғына тыңлап ултырған етеҙ ҡыҙҙар, аталарынан рөхсәт алып, яугирҙең хәрби кейемен алып сыҡты һәм хәрби наградалары менән таныштырҙы. Балалар атай кешенең ни өсөн уларҙы ҡалдырып, ҡулына ҡорал алып, Ватанды һаҡларға киткәнен яҡшы белә. Баҡһаң, Венер Рәмил улы Чечнялағы хәрби хәрәкәттәрҙә сынығыу алып, танкист булып хеҙмәт иткән. Йыл ярым ваҡыттан һуң тыуған яғына ҡайтҡан. Аҙаҡ Урус-Мартанда ярты йыл командировкала була, эксперт-криминалист һөнәрен үҙләштерергә тура килә. Хәрби кейемде биҙәгән наградалар һалдаттың тормош юлын асыҡ күҙ алдына баҫтыра: Георгий тәреһе, “Төньяҡ Кавказдағы хеҙмәт өсөн”, “Төньяҡ Кавказдағы хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы”, “Төньяҡ Кавказдағы контртеррористик операцияла ҡатнашыусы”, “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн”, Жуков миҙалдары... Һуғыштың, ҡанлы бәрелештәрҙең нимә икәнен яҡшы белгән, ут эсендә ҡайнаған яугирҙең ишле ғаиләһе менән кәңәшләшмәй, үҙе генә ҡарар ҡабул итеп, хәрби батальонға яҙылыуы бер ҡарауға ғәжәп тә кеүек. – Ҡарар ҡабул итеү ауыр түгел ул, ә бына яҡындарыңа был хаҡта хәбәр итеү ҡыйыныраҡ. Өгөтләүҙәр, күҙ йәштәре, күндерергә тырышыуҙар башланыуы мөмкин – бындай хис-тойғоларҙы кисереүе ауыр. Икенсе ҡыҫҡараҡ юлды һайларға тура килде. Документтарҙы алдан әҙерләп ҡуйҙым. Ҡатыным Гөлназ машина йөрөтөргә өйрәнеү курсына киткәс, мин Өфөгә юлландым. Республикала доброволецтар батальонын формалаштырыуҙарын ишетеү менән ошо хәрби туғандашлыҡҡа ҡушылырға теләнем. Миндә хәрби командировкалар тәжрибәһе булғас, ситтә күҙәтеүсе булып ҡала алманым. Өҫтәүенә минең олатайым Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Донецк һәм Луганск ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнашҡан. Ул беҙҙе, ейәндәрен, ысын ир-егет, Ватанды яҡлаусы итеп тәрбиәләне. Әсәйем, ҡатыным һәм балаларым миңә саҡырыу килгәс кенә махсус хәрби зонаға китеүем тураһында хәбәрҙар булды. Күнделәр инде... 2022 йылдың июлендә 42 йәштә Шайморатов батальоны һалдаты булып киттем. Хәрби комиссариат тәүҙә Алкинға хәрби әҙерлек үтергә ебәрҙе. Шунан һуң – Тоцк ҡалаһына, бында беҙҙе хәрби эш нескәлектәренә ҡаты өйрәттеләр. Алғы һыҙыҡта рота старшинаһы булдым. Бөрөлә медицина колледжында уҡыуҙың да файҙаһы тейҙе, рота фельдшеры вазифаһын башҡарҙым. Прапорщик званиеһында хеҙмәт иттем, Херсон йүнәлешендә барған яуҙарҙа ротаны бөтә тейешле кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү яуаплылығын өҫтөмә алдым. Мин ғаиләм менән бик ныҡ ғорурланам, улар ошо ваҡыт эсендә миңә ҙур ышаныс бағлап, сабырлыҡ менән көттө. Һалдатты көтә белеү ҙә батырлыҡ. Мин ҡайтҡандан һәм яраланыу һөҙөмтәһендә запасҡа оҙатылғандан һуң ғаиләбеҙ тағы ла берҙәмерәк, нығыраҡ була барғандай. Беҙ бит һәр саҡ ата-әсәйебеҙҙән өлгө алып йәшәнек, балаларыбыҙҙың да беҙҙең юлдан барыуҙарын, илебеҙҙең ысын патриоттары булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ. Улар ҙа бөгөн төрлө спорт сараларында, ижади конкурстарҙа ҡатнашып, мәктәп, район һәм республика намыҫын яҡлап көрәшергә өйрәнә. – Венер Рәмил улы, һеҙ һаман да районда хәрби хеҙмәткә ҡағылған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә, махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙәр менән бәйләнеште нығытыуҙа әүҙем эш алып бараһығыҙ. Халыҡ ниндәй үтенестәр менән мөрәжәғәт итә? – 300-гә яҡын егетебеҙ бөгөн махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә. Һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү, Геройҙар парталарын булдырыу, таҡтаташтар ҡуйыу эштәрен контролдә тотабыҙ, яугир ғаиләләренең хәлен белешеү, үтенестәрен хәл итеү ҙә беҙҙең яуаплылыҡта. Иң мөһиме, фонд филиалына килгән һәр кемде иғтибар менән тыңлай белергә, хәл итеү юлдарын оператив эҙләргә кәрәк. Ҡайһы бер мәсьәләләр менән төрлө ведомстволарға сығырға, ҡат-ҡат уларға әйләнеп ҡайтырға ла тура килгеләй. Һуғыш булғас, яраланғандар ҙа, яу яланында юғалғандар ҙа осрай, ошо тәңгәлдәге мәсьәләләр айырыуса етди яуаплылыҡ талап итә. Социаль, медицина, психологик ярҙам бик мөһим. Ауыл советтары башлыҡтары урындарҙа яугирҙәр ғаиләләренең һәр береһен күҙ уңында тотоп, тейешле ярҙамды күрһәтергә әҙер. Бергәләп эшләйбеҙ. Мәҫәлән, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Түбәнге Балтас ауылында “Хәрби туғандашлыҡ” бүлексәһе, Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән яугирҙәргә гуманитар ярҙам туплауҙа ҡатнашҡан ирекмәндәргә Рәхмәт хаттары тапшырып, байрам кәйефе тыуҙырҙыҡ. Үрге Тәтешле мәктәптәрендә үткәрелгән хәрби-спорт конкурстарында, жюри составында ҡатнашып, йәштәр менән осрашырға, аралашырға тура килә. Программала егеттәр өсөн мөһим булған нормативтарҙы үтәү, Калашников автоматын һүтеү һәм йыйыу, гер күтәреү, армрестлинг һәм башҡа күнекмәләрҙе башҡарыу ҡаралған. Йәштәребеҙҙә илдең ныҡлы терәге, ҡорос ҡалҡаны булырҙай илһөйәрҙәрҙе күрәм. Уларға тыныс мөхит, болотһоҙ күк көмбәҙе һәм матур тормошто мираҫҡа ҡалдырһаҡ ине, тип хыялланам. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Динә Арыҫланова. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. Тәтешле районы. Венер Сафин “Атайҙар ҡаһарманлығы”йәмәғәт наградаһына ла лайыҡ булды. “Мин ғаиләм менән бик ғорурланам”, – ти яугир. “Атайымдың наградаларына ҡарап, үткәнен барлайым”, – ти Гүзәл. Был йортта танкист йәшәй. Миҙалдар – яу йылдары иҫтәлеге.