Дилә Әхәткә текәлеп уйға ҡалды. Йәш сағында ошо егеттең нимәһенә иҫе китте икән? Шул тиклем дә яратҡайны бит ул уны. Медицина училищеһын тамалап, яңы эш башлаған 19 йәшлек сағы күҙ алдына килде. Башын юғалтып ғашиҡ ине бит ҡыҙ. Киләсәген бары тик Әхәт менән күрҙе. Ауырға ҡалғас та, йәһәтерәк был хәбәрен һөйгәненә еткерергә ашыҡты. Үкенескә ҡаршы, Әхәтте генә яңылыҡ һөйөндөрмәне. –Дилә, минең дуҫлашып йөрөгән ҡыҙым бар. Диплом яҡлау менән өйләнешәбеҙ. Ике яҡтан да әле туйға әҙерләнәләр. Ҡайным мәктәп директоры, беҙгә эш урындары әҙерләп көтөп тора.Тиҙҙән балабыҙ буласаҡ. Беҙҙең тормошто боҙма, Дилә. Бар табипҡа, әле сабыйыңдан ҡотолорға һуң түгел! – тине Әхәт. –Ни өсөн сабыйыңдан? Ул минеке генә түгел бит, һинеке лә! Ниңә тап миндәге бала ғына артыҡ, кәрәкмәй һуң һиңә? – Дилә һүҙен әйтеп бөтә алманы күҙ йәштәренә быуылып илай-илай эштән бирелгән ятағына ҡарай йүгерҙе. Ярай ҙа, төрлө хәлдә лә уны аңлаған ата-әсәһе булды эргәһендә. Күңелендәген түгелеп әсәһенә һөйләп биргәс, ҡыҙын ҡос