Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ислам йөҙгә яҡын ғүмерҙе ҡотҡарған

“Крокус Сити Холл”да гардеробта эшләгән ябай мәктәп уҡыусыһы 22 мартта булған теракт ваҡытында бинанан йөҙҙән ашыу кешене сығарған. Тик малай үҙен герой тип иҫәпләмәй, ни бары үҙ эшемде башҡарҙым, ти ул. Исламға 15 йәш. Уның әйтеүенсә, администрация бөтә хеҙмәткәрҙәр өсөн дә ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡһа үҙегеҙҙе нисек тоторға тигән темаға инструктаж үткәргән. Һәм егет барыһын да инструкция буйынса эшләгән. Һөжүм һәм аҙаҡ янғын башланғас, Ислам кешеләрҙе сығыу яғына йүнәлткән. Бер төркөм кешеләрҙең бәҙрәф яғына тупикка ҡарай йүгереп барғанын күргәс, үҫмер барыһын да үҙ ҡулына ала һәм эвакуация менән идара итә башлай. Ул кешеләрҙе тар ғына юл аша “Экспо” биләмәһенә алып барған, ә артабан хеҙмәткәрҙәр бинаһы аша тышҡа – хәүефһеҙ урынға сығарған. Буш ваҡытында уҡыусы гардеробта эшләй һәм “Спартак”тың балалар йыйылма командаһында футбол уйнай. Бына шундай ҡыйыу балалар үҫә беҙҙә! Фото: "Маш" телеграм-каналы.