Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Тауыш биреүҙең өсөнсө көнө башланды

Бөгөн, иртәнге һигеҙҙә Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк Рәсәй Президентын һайлауҙың өсөнсө көнө башланды. Билдәле булыуынса, быйыл был ғәмәл өс көн дауамында башҡарыла һәм 15-17 марттарҙа үтә. Башҡортостанда 3308 һайлау участкаһы эшләй, шул иҫәптән граждандарҙың ваҡытлыса булыу урындарында (дауаханалар, СИЗО, шифаханалар, тимер юлы вокзалы). Бөгөн дә һайлау участкалары иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләйәсәк. Һайлауҙа ҡатнашырға теләгән, әммә теге йәки был сәбәп буйынса өйҙәренән сыға алмағандарға өйөндә тауыш биреү мөмкинлеге бар. Бының өсөн 14 сәғәткә тиклем участка һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк, шул иҫәптән телефон аша ла. Кисә тауыш биреүҙең икенсе көнө халыҡтың 64,82 проценты һайлауға килеүе менән тамамланды. Ағиҙел ҡалаһы ҡала округында һәм 22 муниципаль районда тауыш бирергә килеүселәр иҫәбе 70 проценттан артҡан ине. Бөгөн дә кешеләрҙең күпләп килеүе көтөлә. Әгәр ҙә алдағы ике көндә тауыш биреп өлгөрмәһәгеҙ, быны бөгөн атҡарып ҡуйығыҙ. Киләсәкте бергә һайлайыҡ

Бөгөн, иртәнге һигеҙҙә Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк Рәсәй Президентын һайлауҙың өсөнсө көнө башланды. Билдәле булыуынса, быйыл был ғәмәл өс көн дауамында башҡарыла һәм 15-17 марттарҙа үтә. Башҡортостанда 3308 һайлау участкаһы эшләй, шул иҫәптән граждандарҙың ваҡытлыса булыу урындарында (дауаханалар, СИЗО, шифаханалар, тимер юлы вокзалы). Бөгөн дә һайлау участкалары иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләйәсәк. Һайлауҙа ҡатнашырға теләгән, әммә теге йәки был сәбәп буйынса өйҙәренән сыға алмағандарға өйөндә тауыш биреү мөмкинлеге бар. Бының өсөн 14 сәғәткә тиклем участка һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк, шул иҫәптән телефон аша ла. Кисә тауыш биреүҙең икенсе көнө халыҡтың 64,82 проценты һайлауға килеүе менән тамамланды. Ағиҙел ҡалаһы ҡала округында һәм 22 муниципаль районда тауыш бирергә килеүселәр иҫәбе 70 проценттан артҡан ине. Бөгөн дә кешеләрҙең күпләп килеүе көтөлә. Әгәр ҙә алдағы ике көндә тауыш биреп өлгөрмәһәгеҙ, быны бөгөн атҡарып ҡуйығыҙ. Киләсәкте бергә һайлайыҡ. Фото: "Башинформ".