Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Рәхмәт-24” акцияһында телевизор отҡан

“Рәхмәт-24” республика акцияһының тәүге приздар отошонда бәхет Бәләбәй кешеһе Александр Семеновҡа йылмайҙы, тип яҙа “Белебеевские известия”. Ветеран телевизор отҡан! Тәжрибәле педагог Бәләбәйҙәге 40-сы лицейҙа оҙаҡ йылдар эшләгән, әле лә ҡала тормошонда әүҙем ҡатнаша. – Ошо өс көн эсендә киләһе алты йылға беҙҙең киләсәгебеҙ билдәләнә. Беҙҙең һәр беребеҙҙең ниндәй юл менән барыуыбыҙҙы һайлау мөмкинлеге бар. Һайлауҙа ҡатнашыу – һәр кемдең шәхси позицияһы. Беҙ һайлауҙарға һәр саҡ ғаиләбеҙ менән йөрөйбөҙ. Бөгөнгө отош ғаиләбеҙ өсөн иҫтәлекле бүләк буласаҡ! Призерҙар иҫәбенә инеү көтөлмәгән шатлыҡ та, ғәжәп хәл дә булды беҙҙең өсөн.Ойоштороусыларға рәхмәт! – тине хеҙмәт ветераны. #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024 Фото: https://belizvest.ru/news/novosti/2024-03-16/vsegda-golosuem-vsey-semiey-3686500