Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында бюджет урындары һәм мөһим белгеслек йүнәлештәрен арттырырға кәрәк. Был турала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Сибайға эш сәфәре барышында белдерҙе. Бөгөн ӨФһТУ-ның төбәк филиалында 14, шул иҫәптән өҫтөнлөклө йүнәлеш буйынса, 2,5 мең самаһы студент белем ала. Сибай институтының матди-техник базаһына өс уҡыу корпусы, дүрт ятаҡ, ашхана, дүрт спорт залы, стадион инә. Премьер-министр нейропсихология һәм нейропедагогика факультетының эше менән танышты. Факультет белгестәре балаларҙың когнитив һәләттәрен психодиагностикалау менән шөғөлләнә, психик үҫеш тотҡарлығын иртә диагностикалау ресурстарын өйрәнә. Премьер-министр билдәләүенсә, бындай мөһим йүнәлеште үҫтерергә кәрәк, һәм властар ғилми командаға был йәһәттән һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер. - Йәшәү, уҡыу һәм тикшеренеү шарттары ярҙамында беҙ бында квалификациялы кадрҙарҙы һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ, улар бында юғары белем алырға тейеш. Яҡын арала был