Найти тему
Башҡортостан гәзите

Берҙән-бер һайлаусы янына ҡаргиҙәрҙә барғандар

Кушнаренко районының Ағиҙел аръяғындағы Горный ауылында йәшәүсе берҙән-бер һайлаусы янына ҡаргиҙәрҙә барырға булғандар. Ауыл баш ҡаланан 65 саҡрым алыҫлыҡта. Ҡасандыр унда халыҡ күп йәшәгән. Әмма бөгөн Сергей Кубасов бында яңғыҙы көн күрә. Шулай ҙа ул Ватан яҙмышына битараф түгел, ил һәм донъя яңылыҡтары менән яҡшы хәбәрҙар. –Мин үҙемдең гражданлыҡ бурысымды үтәргә теләк белдереп, 2458-се һайлау комиссияһына мөрәжәғәт иттем. Бәхеткә күрә, комиссия ағзалары ауылға килер юлды тапты. Мин һайлауҙа ҡатнаша алыуыма бик шатмын, – ти Сергей Кубасов. Фото: https://baltachtan.ru/news/novosti/2024-03-16/kushnaren-rayonynda-saylauchy-en-kargizgecht-bargannar-3686818?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=107258580 #выбираемпрезидента#башкортостан#башвыбор2024