Найти тему
Башҡортостан гәзите

Телеңде лә тыйырға кәрәк

Әҙәм балаһы, ураҙа тотоп, Аллаһ Тәғәләнең хаҡ юлына аяҡ баҫа, ты­йылған ғәмәлдәрҙән ситлә­шә. Мәҫәлән, дөрөҫ булмаған һүҙ әйтеүҙән, яңылыш фекер йөрөтөүҙән. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мөбәрәк хәҙисендә: "Кем дә кем ураҙа тотоп та, хаҡһыҙ­лыҡ­тан, ялғанлыҡтан айырыл­маһа, Аллаһ Тәғәлә уның ас йөрөүенә мохтаж түгел", — тигән. Һәр нәмәне уйлап әйтеү мөһим. "Мо­солмандың ике күркәм сифаты бар: мәғәнәле, аңлайышлы, кешенең күңелен ҡырмаҫлыҡ итеп һөйләр, ә инде кемдер һүҙ тота икән, уны матур итеп тыңлай белер", — тигән Пәйғәмбәребеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ураҙа айында асығып ҡына сауап йыйырға теләгәндәр барлығы хаҡында ишетергә мөмкин. Улар ты­йылған мәлдә ашамай-эсмәй, әммә башҡа йәһәттән холоҡ-фиғелдәре элеккесә ҡала. Мәҫәлән, башҡалар менән мөнәсәбәте ҡырҡыу булыуы, алдашыуы, бүтәндәргә ихтирам-хөрмәт күрһәтмәүе ихтимал. Был, әлбиттә, ураҙаның ҡағиҙәләрен үтәмәү тигән һүҙ. Шул уҡ ваҡытта мәрхә­мәтле динебеҙҙә асығып ҡына сауап алырға тырышҡандарға ла ышаныс белдерелә. Йәғни был әҙәм балаһы ошондай юл менән дингә тәүге аҙымын яһай. Ураҙа тотоу бит – ҙур мәктәп. Асыҡҡан ваҡытта ке­ше­нең күңеленә шәфҡәт, мәр­хәмәт инә, ул ашау-эсеү­ҙән мәхрүм сирлеләрҙең, мохтаж­дарҙың, ярлыларҙың хәлен аңлай башлай. Ниҙелер үҙең кисермәйенсә, бүтәндәрҙе төшөнөү ауыр бит. Алда әйтелгәнсә, ураҙала әҙәм балаһы телен тәрбиәләргә, уйлап һөйләргә тейеш. Был үтә мөһим. Тел тормошта ҙур көскә эйә. Уның ерҙә үҙ урыныңды табыуҙа, башҡалар менән мөнәсәбәт ҡороуҙа әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Пәйғәм­бәребеҙҙең "Мосолман башҡаларға ҡулы менән дә, теле аша ла зарар кил­термәҫ" тигән һүҙҙәрен онотмайыҡ. Аллаһ Тәғәлә барыбыҙҙың да ураҙаларын ҡабул итһен, иншаллаһ. Иртәгәгә, 17 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән). Фото: Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты сайты.