Педагогтар, улар араһында Роза Фәйзуллина ла бар, уҡыусылар менән бергә маскировка селтәрҙәре үрә, ә һайлау көндәрендә теләк белдергән һайлаусыларҙы был ҡатмарлы эшкә өйрәтә. – Был - бик мөһим эш! Йөрәктәребеҙ йылылығы әле МХО-ла булған сығарылыш уҡыусыларын, атайҙарыбыҙҙы, ағай-энеләребеҙҙе, күршеләребеҙҙе – бөтә ир-егеттәребеҙҙе һаҡлаясаҡ! Ә беҙ еңеү беҙҙең яҡта булыр тип ышанабыҙ! – тигән ышаныста Роза Фәйзуллина. Директор Ольга Урванцева етәкселегендәге уҡытыусылар коллективы нисек булдыра ала, шулай ярҙам итә. – Һәр кеше ниндәйҙер файҙа килтерергә тейеш. Был - минең тормош позициям. Әле махсус хәрби операция бара – уҡыусылар уларға нисек ярҙам итә ала? Ни бары үҙ ҡулдары менән нимәлер эшләп кенә. Беҙ уҡыусылар менән һөйләштек тә маскировка селтәрҙәрен үрербеҙ, блиндаж шәмдәре эшләрбеҙ, ә бәләкәстәр һүрәттәр эшләп, хаттар яҙыр, тип ҡарар иттек. Көсөбөҙҙән килгәнсә ярҙам итәбеҙ. МХО зонаһынан ялға ҡайтҡан балаларыбыҙҙың атайҙары мәктәпкә килә һәм беҙ әҙерләгәнде алып китә. Яугирҙәр
Һайлаусылар маскировка селтәрҙәре үреүгә ҡушыла ала
16 марта 202416 мар 2024
1
1 мин