Бөгөн Ишембайға Рәсәй Президентын һайлауға сит ил электораль эксперттары һәм күҙәтеүселәр килде. Күҙәтеүселәрҙе – Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы, ә эксперттарҙы Рәсәй Йәмәғәт палатаһы саҡырҙы. Бынан алда ҡунаҡтар Өфөләге һайлау участкаларында булған. Ишембайҙа эксперттар бер нисә һайлау участкаһында булды. Һайлау комиссиялары етәкселәре халыҡ-ара күҙәтеүселәргә тауыш биреү процедураһының нисек барғанын күрһәтте. Журналистар менән Сербия ҡунағы аралашты. Геостратегик тикшеренеүҙәр үҙәге (Белград ҡалаһы) генераль директоры Драгана Трифкович Башҡортостанда икенсе көн эшләүҙәре хаҡында һөйләне. Халыҡ-ара күҙәтеүсе тыныс һәм байрамса мөхитте билдәләне – участкаларҙа музыка яңғырай, кешеләр изгелекле һәм әүҙем тауыш бирә. Драгана Трифкович Африка, Яҡын Көнсығыш, Европа илдәрендә һайлауҙарҙа эшләү тәжрибәһенә эйә һәм Рәсәйҙә һайлауҙарҙың юғары кимәлдә, асыҡ ойошторолоуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Ғөмүмән, ысын демократик һайлауҙар. Шуныһы мөһим: улар тышҡы ҡыҫылыуҙан һаҡлана. – Мин Рәсәйҙә һайлауҙа дүртенсе тапҡыр, – тип билдәләне Драгана Трифкович. – Уларҙы ойоштороу йылдан-йыл камиллаша. Бындай тәжрибәне башҡа илдәр ҙә ҡуллана ала. Ә бына Башҡортостанда мин тәүге тапҡыр. Ниндәй тәьҫораттар ҡалдымы? Бында матур тәбиғәт, архитектура, изге күңелле кешеләр, төп үҙенсәлек – күп милләтлелек. Мин ихлас күңелдән башҡорт мәҙәниәте менән таныштым. Бында үҙебеҙҙе өйҙәге кеүек хис итәбеҙ. Фото: Юлия Новоженина. Сығанаҡ: "Восход" гәзите.
Ишембайҙа һайлауҙа халыҡ-ара күҙәтеүселәр һәм эксперттар булды
16 марта 202416 мар 2024
1 мин