Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Печник" өйләнгән дә, тауыш та биргән

Республиканың һайлау участкаларынан матур яңылыҡтар килеүен дауам итә. Кешеләр был сәйәси ваҡиғаны тормоштарындағы матур ваҡиғаларға бәйләй. Мәҫәлән, мобилизацияланған яугир "Печник" һәм уның Ейәнсура районынан булған кәләше һайлау көнөндә яҙылышған да һәм... тауыш та биргән! "Печник" ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Өйөндә уны һылыу кәләше һәм бәләкәй ҡыҙы көтә. "Иртәгә ЗАГС-ҡа барабыҙ", – тигән яугир кәләшенә. Ҡыҙ был һүҙҙәрҙән шок хәлендә булған, тик ир барабыҙ тигәс, һүҙһеҙ риза булған. Юл ыңғайы йәштәр һайлау участкаһына ингән һәм тауыш биреп тә сығырға өлгөргән. Яңы өйләнешеүселәргә бүләктәр һәм "Рәхмәт" акцияһының билеттары тапшырылған. Йәш ғаиләне ҡотлайбыҙ! Фото: "Ейәнсура таңдары".