Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ике көндә - 4500 мәғлүмәт!

Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек Рәсәй Президентын һайлау дауам итә. Быйыл был сәйәси сара өс көн дауам итәсәк. Халыҡҡа ваҡытында дөрөҫ мәғлүмәт биреү өсөн Өфөлә “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәге булдырылды. Бында көн дауамында журналистар эшләй, улар янына төрлө спикерҙар килеп һайлау барышы тураһында һөйләй. Икенсе көнгә йомғаҡ яһап, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзите мөхәррире Вәдүт Исхаҡов сығыш яһаны. – Ике көн эсендә Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларында һайлау барышы тураһында 4500 мәғлүмәт сыҡҡан. Бында гәзит-журналдар, сайттар, телевидение һәм радио инә. Был рәсми һандар ғына, ә теркәлмәй ҡалғандарын иҫәпләһәң, улар тағы ла күберәктер, – тине ул. Йәмәғәт үҙәгендә журналистар өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Иртәгә ул таңғы 8-ҙән киске 12-гә тиклем эшләйәсәк. Автор фотоһы.