Өфөләге “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәге менән тура эфирҙа бәйләнешкә сираттағы тапҡыр әлеге ваҡытта төрлө райондарҙа эшләгән күҙәтеүсе-блогерҙар сыҡты. Улар - Өфө ҡалаһының Дим районынан Илзирә Ғарифуллина, баш ҡаланың Орджоникидзе районынан Екатерина Гуряева һәм Дәүләкән районынан Регина Бикйәнова. – Дим районында һайлау 102-се башҡорт гимназияһы бинаһында бара. Шуға күрә башҡорт телендә бюллетень һораусылар күп. Дөйөм алғанда, тауыш биреү тыныс үтә, ойошҡанлыҡ күренә. Һайлау мәктәп бинаһында барғас, балалар өсөн төрлө ярыштар үтә, бөгөн ҡышты оҙатыу байрамы булды. Кешеләр ғаиләләре менән бергә килә, беренсе тапҡыр һайлағандарға, оло йәштәгеләргә бүләктәр бар. “Рәхмәт” акцияһында ихлас ҡатнашалар, – тине Илзирә Ғарифуллина. Екатерина Гуряева баш ҡаланың Орджоникидзе районындағы хәлдәр тураһында һөйләне. – Ғәҙәттә, һайлауға өлкәндәр килә тибеҙ, ә был юлы йәштәр ҙә ҙур әүҙемлек күрһәтә. Ғаиләләр күмәкләп, коляскалағы бәпестәре менән киләләр. Бәләкәй балалары үҙҙәр