Өфөләге “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәге өс көн дауамында эшләйәсәк. Бында республиканың барлыҡ журналистары йыйыла һәм һайлау барышын яҡтырта. Бының өсөн процесҡа ҡағылышы булған спикерҙар – Үҙәк һайлау комиссияһы, Йәмәғәт палатаһы, күҙәтеүселәр, колл-үҙәк белгестәре, мобиль күҙәтеүселәр төркөмдәре, блогерҙар, сәйәсмәндәр, политологтар һәм башҡалар килә. Шуныһы, бындай штабтар һәр бер тауыш биреү кампанияһы ваҡытында ойошторола һәм халыҡты ваҡытлы һәм дөрөҫ мәғлүмәт менән тәьмин итә. Бөгөн йәмәғәт штабы эшен тарихта беренсе тапҡыр студенттар килеп ҡараны. Буласаҡ идарасыларға экскурсияны БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов үткәрҙе. Ул йәштәргә штабты ойоштороу маҡсаты, уның бурыстары, мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Студенттар үҙәкте ҡыҙыҡһынып ҡарап сыҡты һәм һорауҙарын бирҙе. Быйылғы һайлауҙың мөһимлеген иҫәпкә алғанда, йәштәргә был сара кәрәк ине. Фото: Йәмәғәт үҙәге.