Өфөләге “Рәсәй Президентын һайлау-2024” матбуғат үҙәгендә философия фәндәре кандидаты Гүзәлиә Әсәҙуллина быйылғы Рәсәй Президентын һайлауҙы ойоштороу кимәле тураһында һөйләне. – Быйыл һайлауға әҙерлек барғанда студенттар араһында көсләп идеялар тағыу эше алып барылманы, ә бары “Ни өсөн һайлауға барырға тейешбеҙ? Һайлау беҙгә нимә бирә?” тигән темаларға аңлатыу ойошторолдо. Күп осраҡта беҙ һайлауҙа ҡатнашыуҙы мәжбүри, көсләп ебәргән кеүек ҡарайбыҙ. Ә ысынында был - беҙҙең гражданлыҡ хоҡуғыбыҙ. Беҙ йәштәр, студенттар араһында шундай эш алып барабыҙ – улар һайлауға үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡларға тип барырға тейеш. Ни өсөн тигәндә, ошондай төрлө кимәлдәге һайлау компанияларында ҡатнашыу үҙеңдең власҡа йоғонто яһауыңды күрһәтә. Әгәр йәштәр һайлауға килмәй икән, был ололар тарафынан аңлатыу эштәрен алып бармауҙы аңлата. Был һайлауҙа йәштәрҙең күп ҡатнашыуы көтөлә. Һайлау – ул хоҡуҡ. Һайлауға барыу – мөһим. Әгәр ҙә беҙ өйҙә ултырып, һайлауҙа ҡатнашмайбыҙ икән, “минең өсөн һайлайҙар ул” тип ултырһалар, был уның үҙенең хоҡуғын яҡланмағанын күрһәтә, – тип уртаҡлашты Гүзәлиә Әсәҙуллина. Александр Данилов фотоһы. #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024