Мин был ҡатынды хәҙер инде 10 йылдан артыҡ беләм. Беҙ уның менән туҡталышта танышҡан инек, икебеҙ ҙә бер яҡта эшләйбеҙ булып сыҡты, ойошмаларыбыҙ урам аша ғына. Шунан һуң гел автобуста осраша башланыҡ. Юлда 40 минутлап бергә барабыҙ, ни хаҡында ғына һөйләшмәйбеҙ. Күптән инде ирҙәребеҙҙең дә, балаларыбыҙҙың да исемдәрен беләбеҙ. Осрашҡан һайын һуңғы яңылыҡтарыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ. Нисә күрешһәк тә, ул гел ире хаҡында һөйләй, гел зарлана. Бер йүнле һүҙ ишеткәнем юҡ унан, нимә эшләһәм дә, оҡшатмай, ти. Был ҡатынды белгәне бирле йәлләйем. – Әллә айырылышаһыңмы? – тип әйткәнем дә булды. – Тормошто өр-яңынан башларға хәҙер һуң инде, – тиер ине ул. Ире тураһында тәүгә һүҙ ҡуҙғатҡанда уҡ улар айырым йоҡлай ине. Береһе – бер бүлмәлә, икенсеһе – икенсе бүлмәлә. Күршеләр кеүек. – Беҙҙең бергә ултырып ашаған да юҡ. Мин бешергән ризыҡҡа ул ҡайһы ваҡыт аҙналар буйы ҡағылмай ҙа. Йә үҙе ниҙер бешерә, йә әҙерҙе алып ҡайтып ашай, – ти ине ул. Күпмелер аралашҡас, әллә уның йөрөгән кешеһе бармы икән, ти