Өфөләге “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эш дауам итә һәм унда һуңғы мәғлүмәттәр менән Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Венер улы Ғәҙелов сығыш яһаны. Ул республикала тауыш биреү барышы, килеүселәр һаны, техник һәм технологик әҙерлек, мәғлүмәт менән тәьмин итеү тураһында һөйләне. Марат Венер улы әйтеүенсә, 16 марттың 15 сәғәтенә республикала һайлаусыларҙың 51,6 проценты тауыш биргән. Был - 1514996 тауыш биреүсе. Һигеҙ районда – Стәрлебаш, Асҡын, Илеш, Благовар, Миәкә, Балтас, Тәтешле, Федоровкала тауыш биреүселәрҙең 65 проценты килгән. Өфө ҡалаһы буйынса лидер – Дим районы, 61,37 процент. Ҡалалар араһында иң күбе Ағиҙел һәм Күмертауҙа. – Беҙҙә ғәҙәттәгесә барыһы ла тәртипле, ойошҡан үтә. Халыҡ тарафынан һайлауға иғтибар ҙур. Ил буйынса алғанда, 15.30 сәғәткә тауыш биреүселәрҙең 40 проценты килгән. Башҡортостанда һәр ваҡыттағыса юғарыраҡ, – тине ул. Автор фотоһы.