Өфөләге “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгенә һайлау кампанияһы һәм тауыш биреү барышын күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабының мобиль төркөмө етәксеһе Евгений Мельников килде һәм ағымдағы эштәр тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, мобиль күҙәтеүселәрҙең иҫкәрмәләре юҡ, етешһеҙлектәр, закон боҙоуҙар асыҡланмаған. Мобиль төркөм составына юристар, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары, һайлауҙа эш тәжрибәһенә эйә Йәмәғәт палатаһы ағзалары инә. Мәҫәлән, Өфөлә икешәр кешенән торған ике мобиль төркөм эшләй. “Һайлауҙар бик тыныс үтә. Һайлаусыларҙың ышанысы һиҙелә”, – тине тауыш биреүҙең икенсе көнө барышында Евгений Мельников. Әлбиттә, етешһеҙлектәр ҙә бар. Мәҫәлән, участкаларҙың береһендә йәмәғәт күҙәтеүселәре урнаның видеокамера күҙәтеүенә эләкмәүен күреп ҡалған. Мобиль төркөм урынға сығыу менән хәбәрҙе тикшергән, йәшниктең урыны төҙәтелгән. “Күңелле мәлдәр ҙә булды. Кисә Орджоникидзе районындағы участкала булғанда аҡ күлдәк кейгән ҡыҙҙы күреп ҡалдыҡ. Баҡһаң, ул никах теркәүҙән һуң тауыш бирергә килгән. Кейәү икенсе урында теркәлгән, шуға артабан улар уның һайлау участкаһына юлланғандыр тип ышанам”, – тине Евгений Мельников. Фото: "Башинформ".