Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ирекмәндәр - төп ярҙамсылар

Хәбәр ителеүенсә, Президент һайлауҙары ваҡытында илебеҙ кешеләре 2025 йылда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса төҙөкләндереләсәк биләмәләр өсөн дә тауыш бирә. Был эште ойоштороуҙа ирекмәндәр ҡатнаша. Уларҙың эшмәкәрлеге тураһында Өфөләге “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты вәкиле Азат Хафизов һөйләне. Азат Хафизов әйтеүенсә, быйыл был эшкә 15 мең самаһы ирекмән йәлеп ителгән. Был - илдә ирекмәндәр һаны буйынса беренсе урын. Уларҙың йәше 14-тән башлана һәм сикләнмәй. Шулай ҙа күпселекте йәштәр, студенттар тәшкил итә. – Ирекмәндәрҙең төп бурысы – мәғлүмәт биреү. Уларҙы быйыл 14 ғинуарҙан йәлеп итә башланыҡ. Ирекмәндәр “Добро.ру” сайтында уҡыу үтте. Әйткәндәй, былтыр 4300 ирекмән йәлеп ителгәйне, быйыл күренеүенсә, уларҙың һаны өс тапҡырға артты, – тине ул. 15-17 мартта ирекмәндәр һайлау участкаларында эшләй, артабан улар кешеләр күп йөрөгән урындарға, сауҙа үҙәктәренә сығасаҡ һәм тауыш йыйыуҙы дауам итәсәк. Акция 30 апрелгә тиклем дауам итә. Ирекмәндәр кешеләргә мәғлүмәт бирә һәм тауыш бирергә ярҙам итә. Улар һеҙгә мөрәжәғәт итһә, тауыш биреүҙән баш тартмауығыҙ һорала. Бының менән һеҙ үҙегеҙ йәшәгән урында төҙөкләндереләсәк объект һайлаясаҡһығыҙ. Автор фотоһы.