Ауылдарҙа электән тауыш биреү көнө байрам кеүек ҡабул ителә. Мәсетле районының Һөләймән ауылында йәшәгән Зәйнетдиновтарҙың татыу ғаиләһе лә был сәйәси сараға йыл һайын яҡшы кәйеф менән бара һәм ихлас күңелдән гражданлыҡ бурысын үтәй. Әлфинә һәм Рәфил Зәйнетдиновтар биш бала тәрбиәләй. Әлфинә Әлтәф ҡыҙы әйтеүенсә, уларҙың ике балаһы бәлиғ булған һәм тауыш биреү йәшенә еткән. Ҡыҙҙары кейәүгә сыҡҡан һәм күрше ауылда йәшәй, һайлауға үҙ ғаиләһе менән бара, улдары Ридан иһә быйыл беренсе тапҡыр ата-әсәһе менән бергә барып тауыш биргән. – Үҙен яуаплы итеп тойҙо, мин хәҙер бала-саға түгелмен тип ғорурланып тауыш бирҙе бөгөн улым. Бәләкәй балаларға ла сәйәси сара ҡыҙыҡ, бюллетенде төшөргәнде күргән дүрт йәшлек ҡыҙым аптырап һәм ҡыҙыҡһынып ҡараны, аңлатыуҙы һораны, – ти Әлфинә Әлтәф ҡыҙы. Әйткәндәй, ул һайлауҙа тауыш биреүсе генә түгел, ә күҙәтеүсе булараҡ та ҡатнаша. Шулай уҡ мәҙәниәт хеҙмәткәре булараҡ, ауыл мәҙәниәт йортонда төрлө саралар үткәрәләр. Кисә мәҫәлән, гөрләтеп ҡышты оҙатҡандар. Әле лә клубтан күңелле музыка яңғырап тора, байрам мөхите булдырылған. – Һайлауға йыл һайын йөрөйбөҙ, мөһим сәйәси саранан ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ. Һәр кем үҙенең бурысын үтәргә, киләсәген үҙе һайларға тейеш тип иҫәпләйем. Ауылыбыҙға килгәндә, сарала халыҡ та ихлас ҡатнаша. Быйыл “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашабыҙ, әле шул мәшәҡәт менән ҡайнашып, гөрләшеп ғүмер итәбеҙ, – тине ул. Фотолар шәхси архивтан.