Быйыл Рәсәй Президентын һайлау ваҡытында илебеҙ кешеләре 2025 йылда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса төҙөкләндереләсәк биләмәләр өсөн дә тауыш бирә. Өфөләге “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгенә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Арыҫланбәк Хәйҙәров килде һәм тауыш биреү барышы тураһында һөйләне. Билдәле булыуынса, объекттар өсөн тауыш биреү һайлау участкаларында 15 мартта башланды һәм 17 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Артабан иһә кешеләр күп йөрөгән урындарға, сауҙа комплекстарына күсәсәк һәм 30 апрелгә тиклем барасаҡ. – Был һайлау ваҡытында Башҡортостан кешеләре 200 самаһы объект өсөн тауыш бирә һәм уларҙың 120-һе 2025 йылда төҙөкләндереләсәк. Кисә һәм бөгөн ярты көндә объекттар өсөн тауыш биреүҙә Башҡортостанда 200 мең самаһы кеше ҡатнашҡан. Был - Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урын. Объекттарға килгәндә, улар Өфөлә лә, башҡа ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә лә бар, – тине ул. Министр урынбаҫары әйтеүенсә, иң ҙур әүҙемлекте