Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡайһы бер ауылдарҙа һайлау тамамланған

“Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгенә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы, йәмәғәт күҙәтеүселәре штабы етәксеһе Лира Исәргәкова киллде. Уның белдереүенсә, ошо ваҡытҡа тиклем республикала һайлау һөҙөмтәләренә йоғонто яһарлыҡ бер ниндәй етешһеҙлек тә теркәлмәгән. – Республикала көндөҙгө сәғәт 3-кә килеү күрһәткесе бик юғары, һәм быға аптырарға ла түгел – тәүге көндө уҡ ҡайһы бер участкаларҙа сират ине. Бөгөн күҙәтеүселәр Өфөнө һәм Шишмә районын күҙәтте, 70 һайлау участкаһында булды, унда ла юғары әүҙемлек теркәлде. Шәмбе көндө, әлбиттә, иртән халыҡ йоҡлаған, әммә сәғәт 10-да уҡ участкалар йәнләнгән. Күп кенә участка һайлау комиссиялары милли байрам колориты булдырҙы, балаларға бүләктәр әҙерләне, тәүге тапҡыр тауыш биреүселәрҙе дәртләндереү йолаһын хупланы. Әйткәндәй, был йола илдең барлыҡ төбәктәрендә лә һаҡланмаған, – тине ул. Республикала бөтәһе 10 мең йәмәғәт күҙәтеүсеһе эшләй, шул иҫәптән халыҡ-ара кимәлдәгеләре лә. Күҙәтеүселәр штабы ҡайҙа барыры тураһында бер кемде лә иҫкәртмәй, ҡайҙа хәл итәләр, шунда китәләр. Күҙәтеүселәр бушлай эшләй. Иртәгә, өсөнсө тауыш биреү көнөндә, улар участка һайлау комиссияларының ауыл ерендә нисек эшләүен ҡараясаҡ. Әйткәндәй, Лира Исәргәкова хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда һайлауҙы тамамлаған ауылдар ҙа бар. Күп кеше йәшәмәгән, мәҫәлән, 150 самаһы һайлаусыһы булған участкалар 100 процент күрһәткес менән эшен бөтөргән дә. “Дөйөм алғанда, һайлау комиссияһы ағзалары иңенә ҙур көсөргәнеш ята, сөнки һайлау өс көн дауам итә. Әммә барыһы ла үҙ бурысын лайыҡлы үтәй”, – тине спикер. Автор фотоһы.