Өфөләге “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәге көн дауамында бер нисә тапҡыр һайлауҙы ойоштороу буйынса колл-үҙәк өсөн яуаплы Анна Сучкова менән бәйләнешкә сыҡты. Ул ағымдағы ваҡытҡа мөрәжәғәттәр менән таныштырҙы. Һөҙөмтәлә ике көн дауамында колл-үҙәк 50 мөрәжәғәт ҡабул иткән. Башлыса техник һорауҙар килә, кешеләр үҙҙәренең һайлау участкаһының адресы, эш ваҡытын белешә, өйҙән тауыш биреү өсөн комиссия ағзаларын саҡыра. Етди тәртип боҙоуҙар теркәлмәгән. – Бөгөн 90 йәшлек тауыш биреүсе мөрәжәғәт итте, ул өйөнән тауыш бирергә теләк белдерҙе. Беҙ бындай мөрәжәғәттәрҙе участка һайлау комиссияларына тапшырабыҙ, – тине Анна Сучкова. Бынан тыш, пропискаһы булмаған, ләкин тауыш бирергә теләк белдергән кеше шылтыратҡан. Ундайҙарға Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы, 75-се йорт адресы буйынса урынлашҡан 119-сы һайлау участкаһына барырға тәҡдим итәләр. Үҙең менән иҫәптән төшөрөлгән булыу тураһындағы билдә менән паспорт алыр кәрәк. Фото: "Башинформ".