Найти тему
Башҡортостан гәзите

Рәсәй һайлауға хөрмәт менән ҡарай

Өфөләге “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә спикерҙар менән эш дауам итә. Политолог, Өфө дәүләт нефть техник университеты доценты Артур Сөләймәнов журналистар менән һайлауға ҡыҫылыу һәм Рәсәйҙең коллектив Көнбайыш менән мөнәсәбәттәре киләсәге темаһына фекерҙәре менән уртаҡлашты. Уның белдереүенсә, көнбайыш илдәренән күҙәтеүселәр булмауы Рәсәй өсөн бер ниндәй ҙә репутация хәүефе менән янамай тине. “Был, моғайын, иң нығы Рәсәй менән һуңғы коммуникацияларҙы емереүсе Көнбайышҡа зыян килтерер. Беҙҙең өсөн был ҡурҡыныс түгел, – тине белгес. – Уның ҡарауы, дуҫ илдәрҙән күҙәтеүселәр килде – 100-ҙән ашыу дәүләт һәм халыҡ-ара ойошма вәкилдәре теркәлде. Ошо көндәрҙә улар Рәсәйҙең 55 төбәгендә булды, шул иҫәптән яңыларында ла. Был ыңғай көн тәртибе тураһында һөйләй”. Эксперт фекере буйынса, донъяла булған 200-гә яҡын илдең 30-32-һе генә Рәсәйгә ҡарата деструктив риторика менән сығыш яһай. Улар араһында ла билдәле бер берҙәмлек юҡ. Шуны аңларға кәрәк: йәйгеһен Европа парламентына һайлауҙар үтәсәк, һәм Рәсәйгә ҡаршы риторика – ул һайлау алды тәртибенең элементы. Һәм был халыҡ тарафынан бөтөнләй хупланмай. “Рәсәй иһә һәр саҡ төрлө һайлау процестарына хөрмәт менән ҡараны һәм илебеҙҙең Европала һайлауҙарҙы дискредитацияларға тырышмауы аңлашыла. Сәйәси элита ҡасан да булһа үҙгәрәсәк, һәм был әлегегә ҡарағанда конструктив диалогҡа килтереүе мөмкин”, – тине политолог. Фото: Юлай Кәримов.