«Герой ҡатындары» фотопроекты Рәсәйҙә 2022 йылдан тормошҡа ашырыла. Башҡортостанда ул 2022 йылдың ноябрендә старт алған. Ирҙәренең кителдәрендә төшкән ҡатын-ҡыҙҙар фотосессияһында тәүгеләрҙән булып Шишмә районының Алкин-2 ауылында урынлашҡан частың хәрби хеҙмәткәрҙәренең туғыҙ ҡатыны ҡатнашҡан. - Бөгөн проект республикабыҙҙың бөтә муниципалитеттарын тиерлек солғап алған. Махсус хәрби операция геройҙарының 2500-ҙән ашыу ҡатыны, әсәһе, һеңлеһе һәм балалары уның ҡатнашыусылары булған. Һәр фотопортрет - тарих, мөхәббәт, тоғролоҡ, ғорурлыҡ өлгөһө, еңеүебеҙҙе көтөү тарихы, - ти проект авторы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ҡатыны, Яугир ғаиләләре комитетының төбәк бүлексәһе етәксеһе Эльвира Мацкевич. Радий Хәбиров экспозицияны ҡарап сыҡҡан һәм фотопортрет геройҙары Владислава Белова, Ләйсән Лоҡманова, Наталья Головань һәм Айгөл Байдәүләтова менән аралашҡан. Республика башлығы ҡатындарға батырлыҡтары һәм сабырлыҡтары өсөн рәхмәт әйткән. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, улар гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итә. - Беҙ республика етәкселеге яғынан даими ярҙам тоябыҙ. Радий Фәрит улы, шәхси иғтибарығыҙ, хәрби бурыстарын үтәгән яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, - тип билдәләгән Эльвира Мацкевич. Республика Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындары һәм тол ҡатындар менән осрашырға ниәтләүен билдәләне. - 8 Март айҡанлы ойошторолған байрамға 700 ҡатынды саҡырҙыҡ. Унда махсус хәрби оперцияла һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләре һәм ҡатындары булды. Шулай килеп сыҡты, асылда, тантаналы сарала граждандарҙы ҡабул иттем. Улар менән аралашыу йомғаҡтары буйынса 47-гә яҡын йөкләмә бирелде. Шуға күрә ҡайһы бер мәсьәләләрҙе тәрәнерәк өйрәнергә кәрәк тип уйлайым, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Иң ҡурҡынысы - битарафлыҡ күрһәтеү. «Герой ҡатындары» фотопроекты 16 марттан 23-нә тиклем “Родина " кинотеатрында эшләйәсәк. Фото: glavarb.ru