Өфөләге “Рәсәй Президентын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат һайлау үҙәге менән тура эфирҙа бәйләнешкә әлеге ваҡытта райондарҙа эшләгән күҙәтеүсе-блогерҙар сыҡты. Улар Краснокама районынан Земфира Сәғитова, Мәләүез районынан Аэлита Әхтәмова һәм Кушнаренко районынан Айгөл Вәлиева ине. Земфира Әфнән ҡыҙы - Краснокама районының Ҡуян ауылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Уның әйтеүенсә, районда төрлө милләт кешеләре йәшәй, һәр кем үҙенең тыуған телен өйрәнә, шул уҡ ваҡытта дәүләт теле булараҡ башҡорт телен бөтәһе лә уҡый. – Һайлауҙың икенсе көнө шулай уҡ тыныс үтә, ығы-зығы юҡ. Кешеләр бик ихлас киләләр, ғаиләләре менән тауыш биреүселәр бихисап. Минең мәғлүмәттәр буйынса, әле һайлаусыларҙың яртыһынан күбеһе килде лә инде. Кешеләр “Рәхмәт” акцияһында ихлас ҡатнаша, беренсе тапҡыр килгәндәргә һәм өлкән йәштәге һайлаусыларға бүләктәр бар. Дөйөм алғанда, беҙҙә барыһы ла тыныс бара, – тине ул. Мәләүездә лә тауыш биреү процессы тыныс һәм ойошҡан үтә. – Быйыл шуға иғтибар иттем, ғаиләләре ме